-Музыка

 -ТоррНАДО - торрент-трекер для блогов

Делюсь моими файлами
    Скачал и помогаю скачать

      Показать все (1)

       -Поиск по дневнику

      Поиск сообщений в Нуриагзам_Тагиров

       -Подписка по e-mail

       

       -Статистика

      Статистика LiveInternet.ru: показано количество хитов и посетителей
      Создан: 05.11.2009
      Записей:
      Комментариев:
      Написано: 46





      Нуриагзам Тагиров

      Среда, 27 Февраля 2013 г. 09:10 + в цитатник

       (195x240, 30Kb)ТАГИРОВ Нуриагзам Тагирович [9(21).01.1888, дер. Левашово (Кужа) Челябинского уезда Оренбургской губ. – 1937], общест. деятель, языковед, участник Гражд. войны. Окончил рус.-башк. приходскую школу в с. Метелево, обучался в медресе “Расулия” в Троицке (1906). Принимал участие в джадидистском движении (новое направление в мусульм. образовании). После организации молодежного митинга во время выборов в 1-ю Гос. думу скрывался от полиции в Чел. и Иркутске. После окончания в 1911 уфимского медресе “Галия” учительствовал в Чел. уезде. Делегат 1-го Всебашк. курултая (съезда) 1917, затем чл. Башкирского правительства. Занимался адм.-территориальным устройством; при его участии организовались Дуван-Кущинский, Аргаяшский и Яланский кантоны Башкирии. В апр. 1918 по ложному доносу Т. был арестован ЧК в Чел., освобожден в результате захвата города белочехами (см. Выступление Чехословацкого корпуса). После переезда в Чел. Башк. прав-ва Т. продолжил свою деят-сть: 6 июня 1918 правительств. газ. “Башкорт”(№ 20) вышла под его ред. Как чл. Башревсовета участвовал в организации башк. войска, назначен комиссаром кав. полка, затем Отд. башк. кав. див. на Юж. фронте, переброш. в окт. 1919 на защиту Петрограда от войск Н. Н. Юденича. Награжден предс. ВЦИК М. И. Калининым за проявл. личное мужество орд. Боевого Кр. Знамени и именным кав. седлом. В апр. 1920 предс. ревкома Аргаяшского кантона. После ограничения полномочий Башк. республики пост. ВЦИК и СНК от 19 мая 1920 в числе др. чл. Башк. прав-ва Т. сложил с себя должностные обязанности. В 1921–24 как чл. коллегии Наркомпроса Башкирии назначен предс. Науч. об-ва по изучению быта, истории, яз. и культуры башкир. Опубликовал ряд работ, посв. башк. яз. Т. соавтор 1-й грамматики башк. яз., составитель “Словаря башкирского языка”. Репрессирован 12 июля 1929, провел ок. 8 лет в лагере на Соловецких островах. После 1937 его судьба неизв. Реабилитирован в 1989.

      Г. К. Валеев

      Лит.: Ураксин З.Г. Тагиров Нуриагзам Тагирович // Башкортостан: Крат. энцикл. Уфа, 1996; Тагиров Т. Одна из первых жертв репрессий // Ватандаш = Соотечественник. 1999. №8. На башк. яз.
       



      Понравилось: 3 пользователям

      ОДНА ИЗ ПЕРВЫХ ЖЕРТВ РЕПРЕССИЙ

      Понедельник, 25 Февраля 2013 г. 11:55 + в цитатник

      Нуриагзам Тагирович Тагиров родился 9 января 1888 года в семье небогатого муллы деревни Левашово (Ҡужа ауылы) ныне Аргаяшского района Челябинской области. Его отец Тагир Мансуров, испытывая на себе негативное отношение советской власти к религии и ее служителям, а также чтобы не подвергать риску семью, слагает с себя сан муллы и оставляет махаллю (приход). Скончался он после тяжелой и продолжительной болезни в 1929 злополучном году.

      Свое начальное образование Нуриагзам получает в родной деревне в русско-башкирской приходской школе, по окончании которой, из-за отсутствия поблизости других школ и незнания русского языка, его отдают в татарскую школу, расположенную в 25 километрах от дома в деревне Мавлютово. Здесь он сразу же выражает недовольство постановкой учебного дела и устройством быта учащихся, о чем неоднократно заявляет отцу и просит перевести в другую школу. Однако отец жалобы сына оставляет без внимания. Так проходят два года: зимой в учебе, летом на сельхозработах на землях отца. Родители всячески стараются приобщить Нуриагзама, как самого старшего из сыновей, к ведению своего деревенского хозяйства. Но тяга к учебе у Нуриагзама оказывается сильнее желания отца и матери: он без их согласия, с попутчиками уезжает в г. Троицк, где, успешно сдав экзамены, поступает в прославленное медресе "Расулия". Лишившись материальной поддержки со стороны родителей, юноша перебивается случайными заработками на жизнь: готовит пищу и кипятит чай ученикам из зажиточных семей, колет дрова богатым горожанам, выполняет работы по дворовому хозяйству у своих учителей... По словам самого Нуриагзама, научившись писать более или менее сносно, он отправляет родителям письмо. Надо полагать, оно оказалось настолько убедительным, что отец прощает его за побег, начинает помогать деньгами. Но не судьба была ему завершить образование.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. ИНЕШ ҺҮҘ

      Пятница, 11 Января 2013 г. 23:04 + в цитатник

      Бейеш Әкрәм
      Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Очерк. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1993. – 352 бит.
      Был китап халҡыбыҙҙың тарихын, уның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшен тулы һәм дөрөҫ сағылдырырға ынтылған әһәмиәтле тәүге хеҙмәттәрҙең береһе. Очерктан әҙиптәр, журналистар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, студенттар, милли аңыбыҙ үҫеше менән ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусылар халыҡ тарихы хаҡында бай мәғлүмәт аласаҡ.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-1

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:58 + в цитатник

       

      I. БАШҠОРТТОҢ 1917 ЙЫЛҒА ТИКЛЕМГЕ ТАРИХЫ ҺӘМ КӨРӘШЕ

      1. БОРОНҒО БАШҠОРТ ИЛЕ. ТАТАР-МОНГОЛ ЯУЫ
       

      Башҡорттоң Көньяҡ Уралға һәм Урал тауҙарының көнбайышы менән көнсығышындағы киң далаларға килеп ултырған ваҡыты тарихсыларға асыҡ ҡына билдәле түгел. Таныҡлы этнограф С.И.Руденконың антропология, археология, тарих, этнография, тел мәғлүмәттәрен дөйөмләштереп фараз рәүешендә әйткән фекеренсә, “иң һуң тигәндә беҙҙең эраға тиклемге VIII быуатта был яҡҡа монгол төҫлө ҡәбиләләр килә башлаған, улар беҙҙең эраға тиклемге VII быуатта уҡ Башҡортостан менән Сулман (Кама) буйы халҡының физик төрөндә иң төп компоненттарҙың береһен тәшкил иткән... Әммә беҙҙең эраға тиклемге I мең йыллыҡтың беренсе быуаттарынан башлап ҡына башҡорттарҙы берҙәм ҡәбиләләр төркөмөнә әйләнгән тип һанарға мөмкин”. Һис шикһеҙ, ул дәүерҙә башҡорттар “башҡорт” тигән уртаҡ исемле, уртаҡ телле бер халыҡ булып ойошҡан булған.
       Башҡорттар тураһындағы иң ышаныслы тәүге яҙма ҡомартҡылар IX быуатҡа ҡарай. Уларҙы ғәрәп кешеләре ҡалдырған. Мәҫәлән, 842-844 йылдарҙа башҡорт ерҙәрендә йөрөгән Сәләм Тәржемәндең мәғлүмәттәре буйынса, Волганың һул яҡ ярынан башлап 27 көнлөк юл үткәнсе бөтә ерҙә башҡорт ҡәбиләләре йәшәгән, башҡорт далаларын сыҡҡас, уның карауаны һаҫыҡ ҡара ергә аяҡ баҫҡан (күрәһең, был Көнбайыш Себерҙең һаҙмат ере булғандыр, сөнки Сәләм Бөйөк Ҡытай ҡоймаһына табан юл тотҡан). Башҡорт ырыуҙарының береһе бөрйән тураһында ғәрәп сығанаҡтары, “бөрйәндәр иле төнъяҡҡа шул тиклем һуҙыла ки, унда төн оҙонлоғо 4 сәғәткә тиклем ҡыҫҡара; улар һәр ваҡыт румдар, славяндар, хазарҙар, төрөктәр менән һуғыш алып бара”, тип хәбәр итә. Башҡорттар тураһында 922 йылда Бағдан хәлифенең Болғар ханлығына ебәргән илселеге менән башҡорт ерендә булып киткән Ибн-Фаҙлан ентеклерәк итеп яҙған. Ибн-Фаҙлан башҡорттарҙан ҡурҡыу сәбәпле яман күреп, бер аҙ насарлап һүрәтләргә тырышһа ла, уларҙың Эмбанан бик күпкә көньяҡтағы Саған йылғаһына тиклем таралған ҙур көсө хаҡында әйтмәй булдыра алмаған.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-1.2

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:55 + в цитатник

      1240 йылда Сыңғыҙ хан улы Жуси олоҫоноң Алтын Урҙа тигән дәүләте төҙөлгән. Дәүләттә юғары хөкөм Батый етәкселегендәге Жуси уландарының ҡулында булған. Хан хөкөмөн ғәмәлләштергән дәүләт идаралығына монгол һәм татарҙарҙан торған сиреү башлыҡтары ултырған.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-2

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:53 + в цитатник


      2. РУС ДӘҮЛӘТЕНӘ ҠУШЫЛҒАНДАН ҺУҢҒЫ ХӘЛДӘР
       

      Татарға яһаҡ түләүсе генә булып, үҙ аллы политик һәм экономик үҫеш өсөн мөмкинлек һаҡлаған рус кенәзлектәре аяуһыҙ талау һәм ҡырыуҙы күрмәгән. Улар яйлап талаш-тартыштан кимгегән Алтын Урҙаға ҡаршы торорлоҡ көс йыйған. 1380 йылда Мәскәү кенәзе Дмитрий етәкселегендәге берләшкән рус ғәскәрҙәре Кулик яланында татар хакиме Мамай сиреүен ҡыйратҡан. Дмитрийҙан һуңғы кенәздәр ҙә татар иҙгенлегенән ҡотолоуға бөтә эшен йүнәлткән. Ләкин тулы иреккә ирешкәнсе тағы йөҙ йыл үтеп киткән. Ул иректе рустар 1480 йылда, Мәскәү кенәзе Иван III дәүерендә, яу менән килгән Әхмәт хан юлын киҫкәндән һуң ғына алған. Татар бойондороғонан ҡотолоу Иван III-гә көнбайыш һәм көнсығыш рус биләмәләрен киңәйтеү өсөн ҡыҙыу эш башларға мөмкинлек биргән. Төнъяҡ-көнсығышта рус юлбаҫарҙары Төнъяҡ Сулман, Төнъяҡ Урал, Төнъяҡ диңгеҙ буйҙарына, хатта алыҫ Юғыр ерҙәренә үтеп, борондан шунда йәшәгән коми, нена, хант, манси тигән төп халыҡтарҙы көсләп, Мәскәүгә яһаҡ түләргә мәжбүр итә башлаған. Василий III заманында Псков, Рязань, Смоленск кенәзлектәрен ҡушыу менән бөтә булған рус ерен берләштереү тамамланған һәм Рус дәүләте барлыҡҡа килгән. Был дәүләт бик етеҙ көсәйә башлаған. Беренсе рус батшаһы Иван IV-нең ҡаты ҡулы менән дәүләт ныҡ үҙәкләштерелгән, самодержавие власы нығытылған. Иван III башлаған актив баҫҡынсылыҡ политикаһын Иван IV бик уңышлы дауам иткән.
      1552 йылдың 2 октябрендә Иван IV 150 меңлек ғәскәр менән оҙаҡ ҡамауҙа тотҡандан һуң Ҡазан ҡалаһын алып ҡыйратҡан, шуның менән татарҙарҙың Ҡазан ханлығын бөтөргән. Ҡазанды баҫып алғас, Рус дәүләте көнсығышта илбаҫарлыҡ эшен көсәйткән. 1554 йылда яҙ 30 меңлек рус ғәскәре караптары менән Волга буйлап Әстрханға йүнәлгән һәм 2 июлдә ҡаланы ҡаршылыҡһыҙ баҫып алған. Әстрхан ханлығын улар 1556 йылдың авгусында икенсе тапҡырға яу менән барып, бөтөнләйгә юҡ иткән. 1554 йылда рус ғәскәрҙәренең уңышы тәьҫирендә Нуғай Урҙаһы үҙен Рус дәүләтенең вассалы тип таныған. Ләкин вассалитет менән риза булмаған татарҙарҙың бер өлөшө Волганы аша сығып, Аҙау менән Ҡабарда араһында Кесе Нуғай Урҙаһы төҙөгән. Был урҙа Ҡырым ханының ҡанаты аҫтына һыйынған. Оло Нуғай Урҙаһының вассалитеты 1557 йылды тамам нығытылған. Шулай итеп, 1552-1557 йылдарҙа Башҡортостан ерен үҙ-ара бүлешеп тотҡан дүрт татар ханлығының өсөһө Рус дәүләтенең ҡул аҫтына ҡалған. Дөрөҫ, Нуғай Урҙаһы һаман башҡортто үҙ ҡулында тоторға, һаман унан һалым йыйырға маташып ҡараған, әммә рустар татарҙарҙың Ҡазан ханлығын кире тергеҙеү өсөн күтәргән хәрәкәтен баҫтырғас (1553-1557 йй.), нуғайҙар Башҡортостан еренән тотош ҡасып китеп бөткән. Ҡасҡан ваҡыттарында улар башҡортто ла көсләп алып китергә тырышҡан, ләкин башҡорттар үҙ илен ташламаған, ҡорал тотоп нуғайға ҡаршы торған һәм еңеп сыҡҡан.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-3

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:51 + в цитатник


      3. ТӘҮГЕ БАШҠОРТ ЯУҘАРЫ
       

      Рус хөкүмәтенә ризаһыҙлыҡ көсәйгәнен башҡорттарҙың 1572 һәм 1582 йылдарға ҡарғанда 1616 йылғы яуҙа күпкә нығыраҡ ҡатнашҡаны асыҡ күрһәтә. 1616 йылғы яу Ҡазан татарҙары, сыуаштар, мариҙар, удмурттар араһында ҡупҡан. Баш күтәреүселәр Ҡазанды ҡамаған, Сулман йылғаһы буйына яңы һалынған Юса, Сарапул ҡалаларына һөжүм итеп, колонизаторҙарҙы көслө ҡурҡыуға төшөргән. Башҡорттар ныҡ ҡатнашһа ла, был яу уларҙың үҙ аллы сығышы булмаған. Беренсе үҙ аллы башҡорт яуы 1645 йылда булған. Бында төнъяҡ-көнбайыш башҡорттары үҙ ерҙәрендә Минзәлә ҡалаһын төҙөүгә һәм шуның менән 1557 йылғы Грамотаны боҙоуға ҡаршылыҡ белдереп, дәррәү баш күтәргән.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-4

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:49 + в цитатник

       

      4. КОЛОНИЗАЦИЯ ҺӨЖҮМЕ. 1704-1711 ЙЫЛДАРҘАҒЫ ЯУ
       

      1681-1684 йылдарҙағы яуҙан һуң рус хөкүмәте, үҙенең рәсми рәүештә биргән вәғәҙәләренә ҡарамаҫтан, башҡорт ерен тағы ла нығыраҡ талай башлаған. Был колониаль йыртҡыслыҡ батша тәхетенә 1682 йыл ултырған Петр I-нең агрессив тышҡы политикаһына бәйле булған. Петр I Ҡара диңгеҙ һәм Балтик буйҙарын баҫып алып, Рәсәйгә сауҙа итер өсөн диңгеҙ юлы асырға маҡсат итеп ҡуйған. 1695 һәм 1696 йылдарҙа хәрби поход яһап, ул Аҙау ҡәлғәһен алған һәм Ҡара диңгеҙгә юл асҡан. 1700 йылдың авгусында Петр I бөтә ғәскәрен швед ҡәлғәһе Нарваға табан ҡуҙғатып, 21 йылллыҡ Төнъяҡ һуғышын башлап ебәргән. Көнбайышта алып барылған баҫҡынсылыҡ һуғышы Уралдағы тимер һәм баҡыр рудаларын ныҡ файҙаланыу ниәтенә килтергән. Иҫке башҡорт рудниктарында әҙәм ҡуҙғатылмаған ятҡылыҡтарҙа бик һәләтләп ҡаҙна заводтары һәм хосуси заводтар төҙөлә башлаған. Иң эреләре 1701-1704 йылдарҙа төҙөлгән Невьянский, Каменский, Уктусский заводтары булған. Завод һалыу өсөн мәғдәнгә, төҙөлөш ағасына бай булған ҙур-ҙур майҙанда көслөк менән тартып алынған. Һәр яңы заводҡа 30 саҡрым алыҫлыҡтан уратып “тура һыҙыҡлы квадрат” рәүешендә ер бирелгән. Был ерҙәрҙән башҡорттар ҡыуылған, уларҙың урынына ауылы-ауылы менән рус крәҫтиәндәре һәм заводҡа беркетелгән башҡа халыҡ күсереп ултыртылған. Заводсылар бирелгән ер менән ҡәнәғәтләнмәй, урындағы рус властарының ярҙамына таянып, үҙ белдектәре менән “үҙ биләмәләрен” тағы ла киңәйткән. Шулай итеп башҡорт ерен элек талаған алпауыттар, хеҙмәт кешеләре, сауҙагәрҙәр һәм ирекле килмешәктәр сафына яңы йыртҡыс баҫҡынсы булып заводсылар өҫтәлгән.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-5

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:46 + в цитатник

       

      5. ЯҢЫ КОЛОНИАЛЬ ҺӨЖҮМ. 1735-1740 ЙЫЛДАРҘАҒЫ ҮЛЕМЕСЛЕ ЯУҘАР
       

      1704-1711 йылдарҙағы яу шауҡымдарында колониаль иҙгенлекте бер аҙ йомшартыу оҙаҡҡа бармаған. 1715-1716 йылдарҙа рус хөкүмәте яңынан бик ҡыҙыулатып мәғдән заводтары һала башлаған. Петр I батшалыҡ иткән һуңғы ун йыл эсендә генә Башҡортостанда тағы ун дүрт мәғдән заводы һалынған. Шуның менән бергә рус хөкүмәте исем өсөн, йәнәһе, 1557 йылғы Грамотаға тоғролоҡ күрһәтеп, башҡорт ерҙәрендә ер биләүселәрҙең яҙма ризалығынан тыш завод һалыуға башҡорттар ҡырҡа ҡаршы булһа ла, урындағы рус властарының ярҙамына таянып, ерҙе баҫып алыу өсөн төрлө юл тапҡан. “Завод һалырға теләгән кешеләр... ысын ер биләүсе башҡорт исеменән төрлө килмешәк менән договор төҙөгән. Етмәһә, урындағы тау идараһы Уралдағы күп кенә ер тураһында, уның эйәһе башҡорт түгел, ә татар, ти башлаған, һәм күп кеше ер ҡырҡыу һәм мәғдән ҡаҙыуға татар договоры алып, башҡорт ерҙәрендә, уларҙың үҙ ризалығынан башҡа, завод һалған... Тау идараһынан шундай законһыҙ көслөк юлы менән башҡорт ерен алған кешеләр һатып йәки башҡаларға бүлеп ерҙе ваҡларға тырышҡан... Баҫып алғандың эҙе юйылһын һәм аҙаҡтан көслөк менән алған ерҙе үҙ исеменә яҙҙырғанда ҡаршылыҡ булмаһын өсөн, ерҙең законлы хужаһы булған башҡорттарҙы өй эсе менән үлтереп, ҡышлау һәм йәйләүҙәрен үртәп, тотош юҡ итеүҙән дә тартынмағандар”.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-6

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:42 + в цитатник


      6. ҠАТЫ БӨЛГӨНЛӨК ҺӘМ ҠЫҪЫМ. 1755 ЙЫЛДАҒЫ ЯУ
       

      Башҡорт халҡы ауыр һәләкәт ҡайғыһынан һушһыҙ булған. Халыҡтың ҡыйын, арманһыҙ хәленән файҙаланып, рус администрацияһы 1736 йылғы 11 февраль указы билдәләнгән сараларҙы йәһәтләп бойомға атҡарырға тотонған. Башҡорттоң элек ырыу волостары территориаль волосҡа күсерелгән, күбеһенсә мишәрҙән ҡуйылған волость старшиналары батшалыҡтың ысын полиция агентына әйләндерелгән. Башҡорт волостары һәм ауылдарының бөтәһенә лә есаул, сотник, писарь дәрәжәһендәге мишәр ошаҡсылары ебәрелгән.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-7.1

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:16 + в цитатник


      7. ЕР ТАЛАУҘЫҢ КӨСӘЙЕҮЕ. 1773-1775 ЙЫЛДАРҘАҒЫ ЯУ
       

      Башҡорт яуҙары гел генә уңышһыҙлыҡ менә бөтөп торһа ла, колонизаторҙар баҫып алған ерҙәрендә үҙҙәрен тыныс тоя алмаған, шуға күрә, күпләп ҡәлғә төҙөүҙән башҡа, улар һәр рус ҡалаһын, заводын, ауылын ысын хәрби нығытмаға әйләндергән: текә ыуалдар, тәрән ярҙар, ныҡлы ҡоймалар менән уратҡан һәм атар туптарын, ҡорал-ярағын, дары-яһағын һәр ваҡыт әҙер тотҡан. Башҡорттарҙа колоизаторҙарҙы ҡурҡытырлыҡ көс һаман әле булған. Шул ҡурҡыныстан ҡотолоу, “элекке болаларҙың ҡабатланыу мөмкинлеген мәңгегә бөтөрөү” маҡсатында Елизавета Петровна рәйеслегендәге махсус комитет башҡорт ерҙәрен юридик рәүештә нығытып, Россия ҡулына күсерергә, уның өсөн заводсыларҙң баҫып алғанын мәңгелеккә “үҙ ирке менән биргән” йәки “һатҡан” тигән ҡағыҙ менән һаҡларға ҡарар иткән.

      Читать далее...

      Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Ч.1-7.2

      Пятница, 11 Января 2013 г. 22:13 + в цитатник

      Һәр даими урындағы һөжүм һәм һуғыштарҙы ойоштороп, шул һуғыштарҙы үҙе алып барыу менән бергә, Салауат 1774 йылдың ғинуарынан башлап Башҡортосндың төнъяҡ һәм төнъяҡ-көнсығышындағы бөтә хәрәкәттә етәкселек иткән, шул региондағы һәр отряд Салауат ғәскәренең бер берәмеге булған. Салауаттың яуы хаҡындағы урыны хаҡында рустың ғәскәри башлыҡтары яҡшы белгән. Шуға күрә Пугачевтың Салауатты Башҡортостанда ҡалдырғанын ишеткәс, улар бик ҡурҡышҡан һәм Өфөнө һаҡларға бик ашығыс сара күрә башлаған. Бының өсөн урындағы бөтә ғәскәрҙе туплауҙан тыш улар Ырымбурҙан кенәз П.М.Голицын корпусын Өфөгә күсергән. Был сара ваҡытлы булып сыҡҡан. Сөнки 1774 йылдың июлендә Көнгөр өйәҙенән Үҙәк Башҡортостанға ҡайтып, Салауат бөтә башҡорт яуына етәкселек итеү эшен үҙ ҡулына алған һәм иң элек Өфөгә табан һөжүм ойошторған. Өфөнө алыу 1774 йылдың июлендә башҡорттарҙың төп маҡсатына әйләнгән. Танылған башҡорт етәкселәренең ғәскәрҙәре һәр яҡтан ҡалаға яҡынлаша башланған.

      Читать далее...


      Поиск сообщений в Нуриагзам_Тагиров
      Страницы: [2] 1 Календарь